

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандың Саҡмағош районында булған ҡот осҡос аварияның ҡорбандары һаны артҡан. Тағы бер зыян күреүсе дауаханала вафат булған. Был хаҡта социаль селтәрҙә хакимиәт башлығы Реканс Ямалиев яҙҙы.
«Район биләмәһендәге ҡот осҡос юл фажиғәһендә дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы берәүһе бөгөн дауаханала йән биргән. Башҡа зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү дауам ителә», - тип хәбәр итте ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 5 ноябрҙә киске сәғәт 11-ҙәр тирәһендә булды. Бүздәк - Саҡмағош - Дүртөйлө трассаһында Volkswagen Caravelle минивены менән «МАЗ» йөк машинаһы төкөшә. Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, минивен водителе, маневрҙың хәүефһеҙлегенә инанмайынса, ҡаршы һыҙатҡа сығып киткән. Башҡортостандың Тәфтиш комитеты үлемесле авария факты буйынса эш материалдарын эске эштәр органдарынан тапшырыуҙы һораны. Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин хәлде үҙ контроленә алды.