ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Ноябрь 2022, 16:57

Өс малай әсәһенә штраф янай...

     

Өс малай әсәһенә штраф янай...Өс малай әсәһенә штраф янай...
Өс малай әсәһенә штраф янай...

Башҡортостанда күп балалы әсәгә өс балаһының ҡылығы өсөн штраф янай. Алдан хәбәр ителгәнсә, йәкшәмбе иртән ҡотҡарыусыларға төнгө сәғәт бер тирәһендә өйөнән сығып киткән өс баланы (12, 10 һәм 5 йәшлек) эҙләүҙе һорап ғариза килгән. Эҙләүҙә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары, полиция, кинолог һәм ирекмәндәр ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә балаларҙы ата-әсәһенең йорто янындағы машина багажнигында тапҡандар.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән был хәл тураһында ентекләберәк хәбәр иттеләр.

«Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иглин районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғаилә автомобиле багажнигында быға тиклем өйҙән сығып киткән өс ағалы-ҡустылыны тапҡан. Ағай-эненең ата-әсәһенең бәхәсе арҡаһында өйҙән сығып киткәне һәм күршеләренә барыуҙары, ә уларҙың өйҙәренә ҡайтырға ҡушҡандары асыҡланған. Бер аҙҙан малайҙар машинала ҡунырға ҡарар итә, өсәүләшеп багажнигына инеп, йоҡларға ҡала, унда полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы таба ла инде. Балаларҙың һаулығына бер ни ҙә янамай», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Полицейскийҙар өс малайҙың әсәһенә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35-се статьяһы буйынса административ протокол төҙөгән. Статьяның санкцияһы иҫкәртеү йәки йөҙҙән биш йөҙ һумға тиклемге күләмдә административ штраф һалыу формаһында язаны күҙ уңында тота.

 

 

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас