

Йәкшәмбе көндө кискеһен 112 системаһының Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында күлдә түңкәрелгән кәмә табылыуы тураһында хәбәр килә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, балыҡ тотҡанда бер ир һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кәмәне ауҙарған. Ул үҙ аллы ярға йөҙөп еткән дә өйөнә ҡайтып киткән.
«Көҙгө осорға ҡатмарлы гидрометеорологик шарттар, көслө ел режимы, һауа шарттарының ҡапыл үҙгәреүе, яҡтылыҡ ваҡытының кәмей барыуы хас. Шуға күрә йылдың ошо миҙгелендә кәмәгә ултырып барғанда һыу ятҡылығында үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә кәрәк, — тип билдәләне ведомство етәксеһе Фәрит Ғүмәров. — Балыҡҡа сығыр алдынан туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға кәсеп урыны хаҡында мотлаҡ хәбәр итегеҙ, балыҡ тотоуҙан ҡайтыу ваҡытын билдәләгеҙ; яңғыҙ балыҡ тотмағыҙ; бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймаҫ өсөн ярҙан ғына балыҡ тотоу яҡшыраҡ; балыҡ тотҡанда спиртлы эсемлектәр эсмәгеҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!»