

Кисә кискеһен 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Федоровка районының Ключевка ауылында быуала 8 йәшлек малайҙың боҙ аҫтына китеүе тураһында хәбәр килә.
Үкенескә күрә, уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Малай апаһы менән бергә һыу ятҡылығында ярҙан 15 метр алыҫлыҡта уйнап йөрөгән. Малай боҙ аҫтына киткән, апаһы уны ҡотҡарырға маташҡан, ләкин булдыра алмаған һәм ата-әсәһе артынан өйөнә йүгергән.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары һыуға батҡан малайҙың кәүҙәһен ике метр тәрәнлектә тапҡан.
«Хөрмәтле ата-әсәләр! Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ, ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ! Балаларҙы һыу ятҡылыҡтарында уйнау ғүмер өсөн хәүефле булыуы тураһында иҫкәртегеҙ!» - тип иҫкәрттеләр ведомствола.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хәҙмәте.