ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Ноябрь 2022, 16:55

Ҡот осҡос фажиғәлә ике малай һәләк булған

Бөгөн кискеһен улар велосипедта йөрөргә сыҡҡан

Ҡот осҡос фажиғәлә ике малай һәләк булғанҠот осҡос фажиғәлә ике малай һәләк булған
Ҡот осҡос фажиғәлә ике малай һәләк булған

Өфө районында юл-транспорт ваҡиғаһында ике баланың ғүмере өҙөлгән. Бының тураһында Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Авария киске сәғәт ете тирәһендә Красная Яр ауылының Фрунзе урамында теркәлгән. Билдәле булыуынса, "Киа Рио" автомобиленең водителе ике бәлиғ булмаған велосипедсыны бәрҙергән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 14 һәм 16 йәшлек үҫмерҙәр алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. 

Ҡайһы бер сығанаҡтар белдереүенсә, велосипедта өс бала йөрөгән. Береһенә зыян булмаған. Хәлдең нисек булыуы асыҡлана.

 

 

фото:Башҡортостан Прокуратураһы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас