ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Ноябрь 2022, 16:02

Балыҡсы машинаһы менән һыуға төшөп киткән...

    

Балыҡсы машинаһы менән һыуға төшөп киткән...Балыҡсы машинаһы менән һыуға төшөп киткән...
Балыҡсы машинаһы менән һыуға төшөп киткән...

1 ноябрҙә иртән  Ҡырмыҫҡалы районы Түбәнге Төкөн ауылындағы фермер хужалығы янында 35 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән. «Башинформ»ға үҙенең сығанағы хәбәр итеүенсә, кисә ул «ВАЗ-2112» автомобиле менән Үрләүле күленә балыҡ тоторға килгән.

«Фараздарға ярашлы, ир артҡы ултырғысҡа ултырып йоҡлап киткән. Иртәнсәк автомобиль ни сәбәптәндер текә ярҙан күлгә төшөп киткән», — тине әңгәмәсе.

Осраҡлы үтеп барыусылар күреп ҡалып, ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан. Автомобилде һыуҙан һөйрәп сығарғандар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителде ҡотҡара алмағандар.

Хәҙер тәртип һаҡсылары фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас