

Өфөлә бөгөн 1 ноябрҙә көндөҙ ашығыс хеҙмәттәргә иргә ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителеүе тураһында хәбәр килә.
Шылтыратыусы һүҙҙәренсә, Оборона урамында урынлашҡан шәхси йортта бер кеше мөгәрәпкә төшкән. Ул хушын юғалтҡан.
«Урынға Өфөләге граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре юлланған. Ир эргәһенә төшкәс, ҡотҡарыусылар уны ҡарап сыҡҡан. Күтәреү ҡорамалы ярҙамында зыян күреүсене эвакуацияланылар, медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә носилкаға һалып, "03" хеҙмәте автомобиленә тиклем алып барҙылар», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Ирҙең нисек мөгәрәпкә төшөүе, ашығыс хеҙмәттәргә кем шылтыратыуы тураһында мәғлүмәт юҡ.