

Кисә таң менән Күгәрсен районында булған аварияла өс кешенең һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Унда Volkswagen Polo менән Skoda Rapid машиналары бәрелеште. Тәүге машинанан 22 йәшлек ҡыҙ, икенсеһенән 21 йәшлек водитель егет менән 71 йәшлек пассажир ир вафат булды. Тағы ике кеше дауаханала.
22 йәшлек йәш уҡытыусы ҡыҙ тураһында кисә яҙғайныҡ инде. Ул дауаханаға ауырығанлыҡ ҡағыҙын яптырырға китеп барған булған. Ә “Рапид” машинаһында таксист һәм уның пассажирҙары ултырғаны билдәле. Әле “КП-Өфө” баҫмаһы уларҙың кемлеген асыҡлаған.
Шулай итеп, такси Мораҡтан Өфөгә китеп барған. Рулдә 21 йәшлек Күмертау егете Илназ ултырған. Ул армияла хеҙмәт иткән, себер тарафтарында эшләп тә өлгөргән. Яңыраҡ иһә таксиға урынлашҡан. Илназды белгәндәр уның бик тәртипле водитель булыуы тураһында әйтә, тиҙлекте арттырмаған һәм ҡыуып йөрөмәгән.
Ә һәләк булған 71 йәшлек ир билдәле ҡурайсы, композитор, автор йырҙарын башҡарыусы Нәғим Нуримановтың атаһы булып сыҡҡан. Асыҡланыуынса, ир Өфөгә операция яһатырға китеп барған.
– Был ҡурҡыныс аварияла ағайым һәләк булды. Ошо көндәрҙә генә өлкән ағайымдың был донъянан китеүенә бер йыл тулыу айҡанлы аят үткәргәйнек. Йәнә ғаиләбеҙгә ҙур ҡайғы килде. Ул операция яһатырға баш ҡалаға юлланғайны, – тип яҙған уларҙың туған кешеһе Зөлфиә ханым.
Әле үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен Эске эштәр министрлығы полицейскийҙары һәм криминалистары асыҡлай. Тикшереүҙе төбәк ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов шәхси контроленә алды. Республика прокуратураһы ла тикшереүгә ҡушылды.
– Тикшереү барышында хәлдең сәбәптәре асыҡланасаҡ һәм еңел таксиҙар менән пассажирҙар һәм багаж ташыу, автомобилдең техник торошон, хеҙмәтләндереүен һәм ремонтын контролдә тотоу тураһындағы ҡануниәттең үтәлешенә баһа биреләсәк, - тип билдәләнеләр күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: "КП-Өфө".