ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Октябрь 2022, 06:30

Ирҙе йылғанан сығарғандар, әммә ул дауаханала йән биргән...

Ә бөгөн 29 йәшлек ир һыуҙа үле килеш табылған...

Ирҙе йылғанан сығарғандар, әммә ул дауаханала йән биргән...Ирҙе йылғанан сығарғандар, әммә ул дауаханала йән биргән...
Ирҙе йылғанан сығарғандар, әммә ул дауаханала йән биргән...

Кисә кискеһен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына Краснокама районында, Яңы Ҡайынлыҡ ауылы янында һыуҙа булған хәл тураһында мәғлүмәт килде. Танып йылғаһында батып барған ирҙе ҡотҡарғандар, ул тиҙ медицина ярҙамы бригадаһы менән Краснокама үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегенә ауыр хәлдә килтерелгән. Һуңынан 1978 йылғы ир реанимация бүлегендә вафат булған.

Бөгөн иртән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Туймазы районында Ҡандракүлдән 1993 йылғы ирҙең үле кәүҙәһен сығарыуы тураһында хәбәр иттеләр. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан оператив-тикшереү эштәре алып барыла. 

 

фото:"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас