

Кисә, 23 октябрҙә, Өфө районының Шамонин ауылында С.Юлаев урамында янғында күп балалы Ҡадаевтарҙың өйө ҙур зыян күрҙе. «Башинформ»ға блогер Шәүрә Ғәббәсова хәбәр итеүенсә, янғындан зыян күргән ғаиләгә ярҙам йыйыу иғлан ителгән Ғаиләлә өс бала – 17 һәм 14 йәшлек малайҙар, ҡыҙҙарына өс йәш.
Алдан билдәле булыуынса, һыуытҡыс һәм туңдырғыс арыһндағы электр сымынан тоҡанған уттан аш-һыу бүлмәһе, мансардалы ҡыйыҡ, коридор янған, бер бүлмә генә имен ҡалған.
«Мөнирә Кадаеваны мин күптән беләм, ул да минең кеүек Хәйбулланан. Ул балалар баҡсаһында улымдың тәрбиәсеһе булды, башҡорт теленә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә өйрәтте. Хәҙер ул витаминдар заводында эшләй. Аш-һыуға оҫта, декретта булғанда ҡамыр ризыҡтары әҙерләргә маһир булған. Мөнирә ижади кеше, балаларға үткәргән байрамдарға һәр ваҡыт бәлештәр, бауырһаҡ бешерҙе, — тип һөйләне Шәүрә Ғәббәсова. — Иртәнсәк уларҙа булдым, ҡосаҡлашып илашып алдыҡ. Өс бала менән ҡышҡа ҡарай йортһоҙ ҡалдылар, был ҡот осҡос».
Ғаилә башлығы утлы афәт сыҡҡанда өйҙә булмаған, ул Себерҙә эшләй.
«Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Морат аптырап ҡалмаған, паникаһыҙ ғына тәү сиратта һеңлеһен, әсәһен һәм өләсәһен тышҡа сығарған. Унан һуң документтарҙы һәм ҡайһы бер әйберҙәрҙе алған, — ти Шәүрә Ғәббәсова. - Әле уларға шамонинда ҡышты үткәрергә өй эҙләйбеҙ».
Ярҙам итергә теләүселәр өсөн телефон: 89378539135, эйәһе: “Мунира Шамсуновна”.
Автор:Ләйлә Аралбаева.