

Уҙған тәүлектә республика юлдарында биш юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш кеше йәрәхәтләнгән. Бының тураһында Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итә.
Кисә кискеһен Хәйбулла районында Сибай-Аҡъяр автомобиль юлының 65-се саҡрымында ВАЗ-21099 руле артына ултырған 63 йәшлек ир юл ситенә сығып осҡан. Авария һөҙөмтәһендә йәрәхәттәр алған водитель дауаханаға оҙатылған. Алкотестер водителдең организмында этил спирты 0,853 промилле тәшкил итеүен күрһәткән. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ.
-Иҫерек водителдәр менән көрәште беҙҙең хеҙмәткәрҙәр даими алып бара. Үткән тәүлектә генә 38 иҫерек водитель тотолған. Юлдарҙағы хәлде контролдә тоторға шулай уҡ башҡа хеҙмәттәрҙең хеҙмәткәрҙәре һәм республикала йәшәүселәр ярҙам итә. Руль артына иҫерек килеш ултырған водителдәрҙе күрһәгеҙ - ЮХХДИ-ға хәбәр иттегеҙ. Күмәк көс менән генә хәлгә йоғонто яһарға һәм кеше ҡорбандарынан ҡотолорға мөмкин. Эскән килеш водитель менән идара итергә нигеҙле ниәттәр тыуған осраҡта ла әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтегеҙ, был фактты иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, ә полицияның дежур бүлегенә хәбәр итегеҙ, - тине Владимир Севастьянов.
фото:ЮХХДИ.