

UFA1.RU хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда Торатау эргәһендәге ферманан ҡасҡан дөйәғоштарҙы эҙләү башланған.
Ферма вәкиле һөйләүенсә, дөйәғоштар йома көндө үк ҡасҡан. Улар нимәнәндер ҡурҡып, ҡойманы емергән һәм китеп барған.
- Уларҙы нимәлер ныҡ ҡурҡытҡан. Уның ниндәйҙер эре йәнлек булыуы мөмкин. Кешеләрҙән, эт йә төлкө кеүек бәләкәй хайуандарҙан ҡурҡмайҙар. Был улар өсөн ғәҙәти булмаған күренеш, - тиҙәр ферма эшселәре.
Страустарҙың берәүһен ихатала тапҡандар, икенсеһе ферманан 30 саҡрымда булғаны асыҡланған. Өсөнсөһө ғәйеп булған.
— Яңыраҡ берәү шылтыратты һәм 40 саҡрым алыҫлыҡта бер йәнлекте күреүҙәрен әйткән. Улар уны тәүҙә болан тип уйлаған, тик тасуирлау буйынса беҙҙең ҡош икәне күренә, - тигәндәр фермала.
Ҡасҡан дөйәғошто вертолет ярҙамында эҙләйәсәктәр.
Дөйәғоштоң бейеклеге ике метр ярымға барып етә, ауырлығы 200-300 кг тирәһе. Хәүефкә юлыҡҡан осраҡта ул ҡаса, йүгереүенең тиҙлеге сәғәтенә 50-70 саҡрымға етә, унан артыуы ла мөмкин.
Фото һәм текст сығанағы: UFA1.RU