ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Октябрь 2022, 04:06

Һыуға батҡандар...

32 йәшлек Азат менән 26 йәшлек Ришат Лоҡмановтар 9 октябрҙә юғалғайны...

Һыуға батҡандар...Һыуға батҡандар...
Һыуға батҡандар...

Ишембайҙан ике туғандар - 32 йәшлек Азат менән 26 йәшлек Ришат Лоҡмановтар 9 октябрҙә юғалғайны. Туғандары егеттәрҙе таба алмағас, ирекмәндәр менән бергә эҙләне. Һәм 21 октябрҙә насар яңылыҡ билдәле булды: уларҙы үле килеш тапҡандар. Әле иһә уларҙың нисек һәләк булғаны асыҡланды.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар һыуға батҡан. Егеттәрҙең "ВАЗ-2115" машинаһында ғәйеп булыуы тураһында хәбәр ителгәйне. Баҡһаң, улар автомобилдәрендә һыу ятҡылығына төшөп киткән. Шаһиттар әйтеүенсә, машинаны манипулятор ярҙамында һөйрәп сығарғандар, егеттәр уның эсендә булған.

Әлеге ваҡытта был хәлде тикшереү бара. Егеттәр яңылыш батҡанмы, әллә бында криминал эҙе бармы? Машина батҡан һыу ятҡылығы әллә ни тәрән түгел тиҙәр... Барыһы ла экспертизалар үткәргәс билдәле буласаҡ.

 

Фото: социаль селтәрҙән, ЮХХДИ. 

Һыуға батҡандар...
Һыуға батҡандар...
Һыуға батҡандар...
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас