

9 октябрҙә Ишембайҙа йәшәгән ике бер туғандың - Азат менән Ришат Лоҡмановтарҙың юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
Ағалы-ҡустылы “ВАЗ-2114” автомобиленә ултырып сығып киткәне билдәле. Уларҙың ҡайҙа юлланғанын бер кем дә белмәгән.
Бөгөн егеттәрҙе эҙләүҙең туҡталыуы билдәле булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы үле килеш тапҡандар. Был турала “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре хәбәр итә. Азат менән Ришаттың нисек үлгәне тураһында әйтелмәгән.
Егеттәрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото "Отклик" отряды төркөмөнән.