ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Октябрь 2022, 06:57

Һарыҡты кем ашаған?

Юғиһә бүреләр килгән тип уйларҙар ине...

Һарыҡты кем ашаған?Һарыҡты кем ашаған?
Һарыҡты кем ашаған?

Башҡортостандың Благовар районы Ҡамышлы ауылында ошо көндәрҙә эттәр йорт хайуандарына һөжүм иткән.

Фермер Рифғәт Уразмәтовтың мәғлүмәтенә һылтанып, «Республика Башкортостан» баҫмаһы берәҙәк эттәрҙең ялан кәртәгә инеүе һәм бер нисә һарыҡты ашауы тураһында хәбәр иткән.

Урындағы халыҡ тап берәҙәк эттәрҙең һөжүм итеүен күргән, юғиһә барыһы ла бүреләр килгән тип уйлар ине, тип белдергән фермер. Эттәр туғыҙ һарыҡты харап иткән, тағы етәүһе - тешләүҙәрҙән йәрәхәтләнгән.

 

Фото:Рифгат Уразметов, сайт газеты "РБ"

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас