ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Октябрь 2022, 07:08

Әбйәлил районында бер ир урманға барып ғәйеп булған...

   

Әбйәлил районында бер ир урманға барып ғәйеп булған...Әбйәлил районында бер ир урманға барып ғәйеп булған...
Әбйәлил районында бер ир урманға барып ғәйеп булған...

Башҡортостанда ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратып, Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылында өлкән йәштәге ир юғалыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ул урманға утын әҙерләргә сыҡҡан һәм элемтәгә сығыуҙан туҡтаған. Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР комитетының Сибай төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары юлланған.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, отряд ауылға барып, хакимиәт башлығы менән бәйләнешкә ингән һәм урындағы ике кешене ҡуша алып урманға сыҡҡан.
Юғалған ир бер нисә тапҡыр шылтыратҡан булған, тик элемтә өҙөклөк менән эшләгән. Уны ҡараңғы төндә Әхмәт ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта телефонының фонаре яҡтылығынан тапҡандар. Ир үҙен яҡшы тойған, өшөмәгән, мединицна ярҙамынан баш тартҡан.

 

Автор:Дарья Субботина

Фото:Ксения Калинина.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас