

17 октябрь таңында Нефтекамала бер ғаиләгә ауыр ҡайғы килгән. «Башинформ»ға үҙ сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, атаһы менән әсәһе дүрт айлыҡ ҡыҙҙарын карауатта үле көйөнсә тапҡан.
Фажиғә алдынан баланың ауырығанлығы мәғлүм булған. Уның тән температураһы күтәрелгән, төндә әсәһе дарыу биргән. Ҡыҙ эсенә ятып йоҡлап киткән. Иртәгеһенә, сәғәт иртәнге 11 тирәһендә сабыйҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Ваҡиға урынында “тиҙ ярҙам” бригадаһы сабыйҙың үлемен теркәгән. Әле хоҡуҡ һаҡлаусылар үлемгә нимә килтергәне тураһында тикшереү уҙғара.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналынан.