ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Октябрь 2022, 06:14

13 кеше үлгән, 19 кеше яраланған, 70 фатир емерелгән...

Краснодар крайының Ейск ҡалаһында торлаҡ йорт өҫтөнә хәрби самолет ҡолаған

13 кеше үлгән, 19 кеше яраланған, 70 фатир емерелгән...13 кеше үлгән, 19 кеше яраланған, 70 фатир емерелгән...
13 кеше үлгән, 19 кеше яраланған, 70 фатир емерелгән...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә иртәнге сәғәттәргә ҡарата хәл-торош аяныслы.

Хәрби самолеттың күп ҡатлы  торлаҡ йорт  өҫтөнә ҡолап төшөүе һөҙөмтәһендә 13 кеше үлгән, шул иҫәптән 3 бала. 19 кеше яраланған, уларҙың дүртәүһе Краснодар крайы дауаханаһында, ҡалғандары Ейскиҙа дауалана.  Ҡазаланыусыларға медицина һәм психологик ярҙам күрһәтелә.

Ейскиҙа фажиғәле һәләк булғандарҙың ғаиләләренә бер миллион һум аҡса түләнә. Фатирһыҙ ҡалғандарға, йортто тергеҙеп булмаһа, яңыһы бирелә. Был турала Краснодар крайы губернаторы В.Кондратьев белдергән.

https://www.bashinform.ru/

Фото:телеграм-канал минздрава России

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас