ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Октябрь 2022, 16:40

Урманда өс бәшмәксе аҙашҡан

Ҡотҡарыусылар уларҙы төнгө 2:30 сәғәткә тиклем эҙләгән. Һуңынан бик ҡараңғы булғанлыҡтан эҙләү туҡтатыла. Бөгөн, 17 октябрҙә, иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡотҡарыусылар үҙ эшен яңынан башлаған...

Урманда өс бәшмәксе аҙашҡанУрманда өс бәшмәксе аҙашҡан
Урманда өс бәшмәксе аҙашҡан

Башҡортостандың Мәләүез районында аҙашҡан бәшмәкселәрҙе ике көн эҙләнеләр.

Кисә, 16 октябрҙә, 18:30 тирәһендә ҡотҡарыусыларға өс кешенең урманда аҙашыуы тураһында мөрәжәғәт килгән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәрен эҙләү өсөн ебәргәндәр. Ҡотҡарыусылар уларҙы төнгө 2:30 сәғәткә тиклем эҙләгән. Һуңынан бик ҡараңғы булғанлыҡтан эҙләү туҡтатыла. Бөгөн, 17 октябрҙә, иртәнге сәғәт 8-ҙә ҡотҡарыусылар үҙ эшен яңынан башлаған. Төшкә табан аҙашҡан кешеләр табылған һәм урман ситенә сығарылған.

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, үткән ял көндәрендә ашығыс хеҙмәттәргә урманда аҙашҡандар буйынса бөтәһе 14 мөрәжәғәт килгән. Өфө ҡалаһында, Архангел, Белорет, Благовещен, Иглин, Ишембай, Мәләүез, Нуриман, Өфө һәм Шаран райондарында йәшәүселәр юғалған. Уларҙың күбеһе бәшмәккә барған, тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

 

фото:Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас