ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Октябрь 2022, 15:55

Хореография колледжы студенттары урамда бейегән

  

видео скриншоты Хореография колледжы студенттары урамда бейегәнвидео скриншоты Хореография колледжы студенттары урамда бейегән
Хореография колледжы студенттары урамда бейегәнФото:видео скриншоты

Дүшәмбе көндө баш ҡаланың бер нисә уҡыу йорттарында мина һалыныу тураһындағы хәбәр ҡабул иткәндән һуң уҡыусылар тышҡа сығарылған. Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының тәрбиәләнеүселәре аптырап тормаған, урамда бейей башлаған.

- Был егет-ҡыҙҙарҙың инициативаһы булды. Конгресс-холға автобуста ташыуҙы ойошторғансы, халыҡ-сәхнә бүлегенең өсөнсө курс студенттары йылыныу өсөн музыка тоҡандырып башҡортса бейей башлаған, - тип хәбәр итте «Башинформ»ға колледж директоры Илдар Манапов. 

Бейеүселәр янында кешеләр йыйылған. Тамаша бөткәс барыһы ла “Браво!” тип ҡысҡырған.

 

Автор:Ләйлә Аралбаева

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас