

Авария кисә киске сәғәт 7 тирәһендә Краснокама районының Николо-Березовка ауылында Дуҫлыҡ урамында булған. БР буйынса ЮХХДИ белдереүенсә, шул ауылда йәшәүсе 36 йәшлек ир ВАЗ-2112 менән идара итеп һулға боролғанда «Вулкан» мопеды менән бәрелешкән.
«Авария һөҙөмтәһендә ике тәгәрмәсле транспортҡа идара иткән 25 йәшлек водитель һәм уның 42 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәре алған. Медицина тикшереүенән һуң мопед менән идара итеүсенең эскән булыуы асыҡланған. Юл-транпорт ваҡиғаһы буйынса процессуаль ҡарар ҡабул итеү өсөн материалдар йыйылған», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.
фото:ЮХХДИ.