

Төмән өлкәһенең Төмән-Ханты-Мансы трассаһында теркәлгән аварияла өс кеше ғүмере өҙөлгән.
Уларҙың барыһы ла Башҡортостандан, вахта менән эшләүсе егеттәр.
Төмән өлкәһе буйынса ЮХХДИ хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ВАЗ 211440 автомобиле ҙур тиҙлектә яҡтыртыу бағанаһына килеп бәрелә. Көслө һуғылыуҙан машиналағы дүрт кешенең өсәүһе шунда уҡ йән бирә, берәүе күп һанлы йәрәхәттәр менән дауаханаға килтерелә. Асыҡланыуынса, улар Башҡортостандан булып сыға, вахта менән эшләп йөрөгәндәр. Һәләк булған ир-егеттәргә 32, 38 һәм 53 йәш. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Фото:ГИБДД по Тюменской области