ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Октябрь 2022, 15:38

Ҡолондоң ҡолағын ҡырҡып алғандар...

Быны кем һәм нимә өсөн эшләгән тип уйлайһығыҙ? 

Ҡолондоң ҡолағын ҡырҡып алғандар...Ҡолондоң ҡолағын ҡырҡып алғандар...
Ҡолондоң ҡолағын ҡырҡып алғандар...

Юлға килеп сыҡҡан мал арҡаһында булған авариялар һаны артты. Ярай әле машина зыян күрһә, йәки мал һәләк булһа. Йыш ҡына кеше ғүмерҙәре лә өҙөлә бит... Закон буйынса, был саҡта зыян өсөн мал хужаһы түләргә тейеш. Ә ғәмәлдә нисек?

10 октябрҙә 4.00 сәғәттә Ишембай районында Маҡар - Петровский араһында, Ҡалмаҡ ауылына етмәҫ борон авария булған. Юлға ҡапыл ҡара төҫтәге ҡолон килеп сыға. Водитель, ҡаршыһына машина килеү сәбәпле, яҡын араны яҡтыртҡан фарҙарын ғына тоҡандырған булған, шуға хужаһыҙ йөрөгән малды күрмәй тапатҡан. Һөҙөмтәлә – авария. Ә иң аптыратҡаны: был хәлдән һуң үлгән ҡолондоң хужалары уның ҡолағын ҡырҡып алып киткән...

“Унда бит микрочип тора. Тимәк, хәҙер хәлдең осона сығып булмай. Ошо малдың хужаһы был яҙыуҙы уҡыһа, хәбәр итәбеҙ: беҙҙең менән бер нәмә лә булманы - бөтәбеҙ ҙә хәүефһеҙлек ҡайышын таҡҡан инек. Кешелекле булһағыҙ, беҙҙең менән бәйләнешкә сығығыҙ. Барыбыҙҙы ла Хоҙай һаҡлаһын”, - тип яҙған бәләгә тарыған кеше.

Әлбиттә, үҙ малының ҡолағын ҡырҡып ултырған кешенең бәйләнешкә сығыуы шикләндерә...

 

 

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас