

Салауат ҡалаһынан ирле-ҡатынлы үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан әҙәмдәргә ике миллион һумдан ашыу аҡса тотторған. Эш былай була.
57 йәшлек ҡатынға аферистар кредит алып, аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә өгөтләйҙәр. Ялған “полиция хеҙмәткәре” шылтыратыуы ла ҡатындың ышанысын көсәйтә. Ул һис икеләнеүһеҙ кредит юллап, таныштарынан үтескә алып, аҡсаны мутлашыусылар иҫәбенә күсерә.
Тик анһат табыш алыусылар бер нисә көндән тағы ла уға шылтырата. Был юлы “банк хеҙмәткәрҙәре” ире исеменә кредит алырға өгөтләйҙәр. Тағы ла ялған закон һаҡсыһының шылтыратып, инструкцияны үтәргә кәрәклеге тураһында әйтеүе, үҙенекен эшләй. Ҡатын тағы ла кредит ала. Һөҙөмтәлә, ғаилә ике миллиондан ашыу аҡсаны сит кешеләргә бирә.
Әлеге ваҡытта ҙур сумма менән мутсылыҡ итеү буйцнса енәйәт эше ҡуҙғатылып, тикшереү алып барыла.
Фото:Олег Яровиков