ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Октябрь 2022, 09:30

Быҙауҙарҙы урлағандар

Ауыл халҡы шикле машинаны күргәс тә, малҡайҙарҙың хужаһына хәбәр итәләр. Әммә...

Быҙауҙарҙы урлағандарБыҙауҙарҙы урлағандар
Быҙауҙарҙы урлағандар
 

Башҡортостандың Дәүләкән районында 39 йәшлек енәйәтсе ике быҙауҙы урлаған, тип хәбәр итә республика Эске эштәр министрлығы.

Енәйәт Уртатау ауылы янында ҡылынған. Полиция мәғлүмәттәре буйынса, ҡараҡ  фермерҙың йәйләүенә машинала килгән.

Шаһиттар шикле машинаны күргәс тә, малҡайҙарҙың хужаһына хәбәр итәләр. Әммә фермер килгәнсе, урлаусы китеп өлгөргән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала енәйәтсене ҡулға алалар - ул элек хөкөм ителгән Дәүләкән кешеһе булып сыға.

Хәҙер уға Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы янай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары эштең ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәр менән бәйләнешен билдәләй.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында билдәләүҙәренсә, урланған быҙауҙар законлы хужаһына кире ҡайтарылған.

 

фото:МВД РБ.

 

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас