ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Октябрь 2022, 09:46

Юлға йылҡы өйөрө сығып...

 Бөгөн Әбйәлил районында ике автомобиль...

Юлға йылҡы өйөрө сығып...Юлға йылҡы өйөрө сығып...
Юлға йылҡы өйөрө сығып...

Башҡортостандың Әбйәлил районында йылҡы өйөрө аварияға сәбәпсе булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн, 13 октябрҙә, Ҡужан ауылы янында булған. «Лада Ларгус» менән «Лада Гранта» төкөшкән.

«Башинформ» агентлығына республика ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Ларгус» водителе һүҙҙәренсә, аттар ҡапыл юлға сыҡҡан һәм ул күреп өлгөрмәгән.

«Ирекле рәүештә көтөүсеһеҙ йөрөгән йылҡы өйөрө арҡаһында авария булған. Авария һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Автомобилдәр механик зыян күргән. Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү бара», - тип хәбәр итте Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Линар Зиннуров.

 

фото:ЮХХДИ

 

Юлға йылҡы өйөрө сығып...
Юлға йылҡы өйөрө сығып...
Юлға йылҡы өйөрө сығып...
Юлға йылҡы өйөрө сығып...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас