ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Октябрь 2022, 09:26

Күрше районда урманда бәшмәкселәр аҙашҡан

Араларында 5 йәшлек сабый ҙа булған...

Күрше районда урманда бәшмәкселәр аҙашҡанКүрше районда урманда бәшмәкселәр аҙашҡан
Күрше районда урманда бәшмәкселәр аҙашҡан

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ашығыс хеҙмәт белгестәре Баймаҡ районында бәшмәк йыйып аҙашҡан дүрт кешегә урмандан сығырға ярҙам иткән.

Төркөмдә биш йәшлек бала ла булған. Кире юлға сыға алмай аҙашҡандарын аңлағас, бәшмәкселәрҙең береһе ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратҡан. Оператор кешеләрҙең ҡайҙа икәнлеген ҡабул иткән, ярҙамға Сибай төбәк эҙләү отряды ҡотҡарыусылары юлланған. Улар тиҙҙән аҙашыусыларға барып юлыҡҡан – бер кем дә зыян күрмәгән.  

Ошондай уҡ ваҡиға кисә Туймазы районында булған. Ҡотҡарыусылар Казнаковка ауылы эргәһендә бәшмәк йыйыу барышында урманда юғалған 4 гражданды эҙләп тапҡан.

фото:МЧС РБ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас