ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Октябрь 2022, 09:40

Башҡортостанда сабый "Киндер сюрприз"дың ҡабын йотҡан

-

Башҡортостанда сабый "Киндер сюрприз"дың ҡабын йотҡанБашҡортостанда сабый "Киндер сюрприз"дың ҡабын йотҡан
Башҡортостанда сабый "Киндер сюрприз"дың ҡабын йотҡан

Йылайыр ауылынан Филүзә Абдулова урамда осраҡлы рәүештә паникаға бирелеп юғалып ҡалған ҡатынға тап була. Әсә ҡулында тотҡан сабыйҙың тонсоғоуы асыҡлана. Филүзә апай йәһәт кенә әсә менән баланы дауаханаға алып барып ташлай.

Табиптар 2022 йылғы сабыйҙың тын юлына сәйер әйбер ҡыҫылыуын асыҡлай. Һөҙөмтәлә "Киндер сюрприз"дың ҡабын килтереп сығаралар.

Сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарған Фирүзә Мөхтәр ҡыҙына һәм аҡ халатлыларға афарин! Ысын героик ғәмәл!

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас