

Сибайҙа ҡалаһы яныдағы быуала ике балыҡсы менән кәмә түңкәрелгән. Был хаҡта шаһиттар "112" ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр иткән.
Ғәҙәттән тыш хәл урынына ҡотҡарыусылар юлланған, ләкин бер кемде лә ҡотҡарырға тура килмәгән - балыҡсылар һыуҙан үҙаллы сыҡҡан булған.
«Улар бик даланлы, - тип аңлатма бирҙеләр дәүләт комитетында. - Көҙгө һыу бик һалҡын, бындай осраҡтарҙа еүеш йылы кейем, хәрәкәт итеүгә ҡамасаулап, кешене һыу аҫтына һөйрәй. Шуға күрә был бәләнән ҡотолоуы еңел түгел».
Кәмәнән балыҡ тотҡанда мотлаҡ рәүештә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә, шул иҫәптән ҡотҡарыу жилетын кейергә һәм ярҙан алыҫлашмаҫҡа кәрәк, тип кәңәш итә ҡотҡарыусылар.
фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.