ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Октябрь 2022, 08:43

12 йәшлек малай токтан һуғылып үлгән

Бәхетһеҙ осраҡ кисә Әбйәлил районында теркәлгән

12 йәшлек малай токтан һуғылып үлгән12 йәшлек малай токтан һуғылып үлгән
12 йәшлек малай токтан һуғылып үлгән

Кисә көндөҙ Әбйәлил районының Байым ауылында бәхетһеҙ осраҡ теркәлде. Бында 12 йәшлек малайҙы ток һуҡҡан. Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

“Малай дүрт дуҫы менән уйнарға сыҡҡан. Йөрөгән саҡта гараж тибындағы бинаның ҡыйығына менгәндәр. Был малай беренсе булып менеп киткән – гараж янындағы тирәккә үрмәләгән. Шул саҡта ул ҡулдары менән электр сымдарына тотонған һәм токка һуғылған. Малай ҡолап төшмәҫ өсөн сымға тотонған тигән фараз бар”, – тигән хәлде белгән сығанаҡ.

Балалар ярҙам һорарға йүгерә, урынға "Ашығыс ярҙам" саҡырыла. Тик килеп еткән табиптар малайҙың үлемен генә теркәй.

Тейешле ведомстволар был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

 

 

Фото: 66.rodina.news

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас