ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Октябрь 2022, 05:02

Трактор түңкәрелгән...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария һөҙөмтәһендә 56 йәшлек ир...

Трактор түңкәрелгән...Трактор түңкәрелгән...
Трактор түңкәрелгән...

Башҡортостандың Бәләбәй районында трактор түңкәрелеүе һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған. Был хаҡта Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Киске сәғәт 8 тирәһендә Шаровка ауылында «К-701» тракторының руле артында ултырған 56 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә сығып осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель үлемесле йәрәхәттәр алған. Был факт буйынса тикшереү башланған.

Әйткәндәй, аҙна башынан республикала 56 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 7 кеше һәләк булған, 63-ө төрлө йәрәхәттәр алған.

 

фото:Владимир Севастьяновтың ТГ-каналы.

Трактор түңкәрелгән...
Трактор түңкәрелгән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас