ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Октябрь 2022, 05:19

Күрше районда урман янған

Ут 6 гектарға яҡын майҙанды ялмап алған

Күрше районда урман янғанКүрше районда урман янған
Күрше районда урман янған

Башҡортостанда көҙгө һалҡын һауа торошона ҡарамаҫтан, кисә көндөҙ Йылайыр районында урман янғыны булған.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, Йылайыр ауылынан 6 саҡрым алыҫлыҡта ут сыҡҡан. Янғынды һүндереүгә 24 кеше һәм 7 махсус техника берәмеге йәлеп ителгән. Киске 8-се яртыла 5,8 гектар майҙанда янғын һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 1 октябрҙән янғынға ҡаршы махсус режим бөтөрөлдө.

 

фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас