Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Сентябрь 2022, 14:32

Башҡортостанда ағалы-ҡустылы пицца өсөн балаларҙы туҡмаған, ҡабыҙғыс менән ҡыҙыҡайҙың битен яндырған

-

Бер аҙна элек булған был хәл. Стәрлетамаҡ ҡалаһында пицца тотоп ҡайтып барған Женя менән Виканы (исемдәре үҙгәртелде) 9 һәм 12 йәшлек малайҙар туҡтатып, пиццаһын тартып алған, ныҡ итеп туҡмаған. Берәүһе ҡабыҙғыс менән Виканың битен яндырған.

Туҡмалған балаларҙың ата-әсәһе шунда уҡ ғариза яҙған һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеккә хәбәр иткән. Хеҙмәткәрҙәр үҫмерҙәрҙе табып, тикшереү башлаған. Кәм тигәндә уларҙы иҫәпкә ҡуйырға тейештәр, сөнки был икәүгә ҡарата күптән сара күрергә кәрәк, тип иҫәпләй күбеһе.

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас: