Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Сентябрь 2022, 21:51

Айыу кешене баҫтырған

Әбйәлил районының  Байым менән Тайһары араһындағы бесәнлектән аталы-уллы бесән ташығанда, айыу килеп сығып, ул кешене баҫтырған.

Айыу кешене баҫтырған
Айыу кешене баҫтырған

Һаҡ булығыҙ! Әбйәлил районының Байым ауылы янында айыу йөрөй!

Байым менән Тайһары араһындағы бесәнлектән аталы-уллы бесән ташығанда, айыу килеп сығып, ул кешене баҫтырған.
Баҫтырылып килеп машинаға ингән егет, ауыр тын ала-ала видео төшөрә, атаһы, ҡайҙан күреп ҡалдың, тип һорай...
"Аттарҙа ла эше юҡ, мине баҫтыра", - тигән егет... Әсәһе, улының имен-һау ҡотолғанына ҡыуанып бөтә алмай, башҡаларҙы ла иҫкәртә: "Ҡырға сыҡҡанда бик һаҡ булығыҙ!" Ул айыуҙы икенсе кешеләр ҙә Иҫке Балапан ауылы эргәһендә баҫыуҙа күреп, видеоға төшөрөп өлгөргән.

Айыу Ҡыҙыл буйында йөрөй, Тайһары яғына китте, тиҙәр.

Ләкин айыу өсөн тиҫтәләрсә саҡрым араны үтеү бер ни тормай, күрше район халҡына ла һаҡлыҡ ҡамасауламаҫ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
 
 
"Йәшлек" гәзите төркөмөнән алынды

 

Автор:
Читайте нас: