ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Сентябрь 2022, 04:17

Автомобиль күперҙән осҡан...

Ҡот осҡос аварияла өс машина төкөшкән...

ЮХХДИ Автомобиль күперҙән осҡан...ЮХХДИ Автомобиль күперҙән осҡан...
Автомобиль күперҙән осҡан...Фото:ЮХХДИ

ЮХХДИ идаралығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә төн уртаһында 26 йәшлек Өфө егете "BMW X3" руле артында С.Агиш урамы буйлап барғанда ҡаршыға килгән "Toyota Corolla" һәм "Hyundai Solaris" автомобилдәре менән төкөшкән. Һуңынан ул металл ҡоймаға бәрелгән һәм күперҙән С.Юлаев проспектына ҡолап төшкән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авария һөҙөмтәһендә "BMW" автомобиленең водителе һәм Тәтешле районынан "Hyundai" автомобиленең 20 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында йән биргән.

"Hyundai" автомобиленең 34 йәшлек водителе йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү алып барыла. Бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән.

 

 

Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас