Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Сентябрь 2022, 21:55

Мөғжизә менән генә иҫән ҡалған...

  

Мөғжизә менән генә иҫән ҡалған...
Мөғжизә менән генә иҫән ҡалған...

11 сентябрҙә Салауат районының Әлкә ауылы янындағы Кропачево-Мәсәғүт трассаһында фура ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

51 йәшлек ир Scania фураһы менән идара иткәндә, уның машинаһы йырынға төшөп киткән һәм түңкәрелгән. Бәхеткә күрә, водитель зыян күрмәгән. Ваҡиға урынына Малаяҙ ауылынан Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары килгән.

Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

 

фото:Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: