Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Сентябрь 2022, 15:12

Ҡатын бесәйе менән алышып үлә яҙған

Эттән таланған кешеләрҙең һәләк булғанын ишетеп торабыҙ. Ә бына бесәй менән һуғышыу ҙа ҡурҡыныс була икән...

Ҡатын бесәйе менән алышып үлә яҙған
Ҡатын бесәйе менән алышып үлә яҙған

Мәскәү өлкәһендәге Балашиха ҡалаһында үҙенең бесәйе яралаған ҡатын саҡ ғүмере менән хушлашмаған. Дауахана табиптары уның яурынында барлыҡҡа килгән эренле ҙур шеште алып ташлаған. Был флегмонаның үлемесле булыуы ихтимал икән.

Бесәйе менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡлағанда, йорт хайуаны хужабикәһен тешләй. Бер аҙҙан йәрәхәт урыны шешә, ҡатындың тән температураһы күтәрелә. 

"Флегмона - тиҙ киҫкенләшкән ауырыу, әгәр ҙә иммунитет ҡаҡшаған булһа, бының аяныслы эҙемтәләргә, хатта үлемгә килтереүе мөмкин. Беҙ пациенттың һул яурынынан шеште алып ташланыҡ", - тип хәбәр итә Балашиха дауаханаһының баш табибы Михаил Антипов.

Ярай әле, сирле ваҡытында белгестәргә мөрәжәғәт иткән. Юғиһә был тарихтың аҙағы ни менән бөтөр ине - билдәһеҙ. Хәҙер ҡатын өйҙә - амбулатор күҙәтеүҙә.

Эттән генә түгел, бесәйҙәрҙән дә һаҡ булырға кәрәк икән.

Фото: ok.ru/clubmycats/topic/65088137748561

Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: