Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Сентябрь 2022, 13:32

Иҫерек атай арҡаһында...

Ә салонда 3 һәм 5 йәшлек сабыйҙары булған....

Иҫерек атай арҡаһында...
Иҫерек атай арҡаһында...

Кисә кискеһен Баймаҡ ҡалаһында Салауат Юлаев урамында сит ил машинаһы ағасҡа төкөгөнән.

"Peugeot207" автомобиле руле артында Сибайҙан 39 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм юл ситенә сығып осҡан. Аварияла уның өс һәм биш йәшлек ике ҡыҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Водителдең иҫерек булғанлығы асыҡланған. Тикшереү һөҙөмтәһе 0,661 мг/л күрһәткән.

«Балаларҙың береһе автомобилдә махсус креслоһыҙ ултырған. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү башланған, - тип хәбәр итте төбәк дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов. - Хөрмәтле водителдәр, эскән килеш руль артына ултырып, үҙегеҙҙе генә түгел, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы ла ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Алда әйтеп үтелгән юл фажиғәһендә ир үҙенең балаларына яуапһыҙ ҡараған».

 

фото:ЮХХДИ.

Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: