Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Сентябрь 2022, 08:16

Автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған...

Ҡот осҡос аварияла өс машина бәрелешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған...
Автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған...

Башҡортостанда Өфө - Яңауыл трассаһында юл-транспорт ваҡиғаһында 47 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов.

Мишкә районында төн уртаһында юлдың 134-се саҡрымында ВАЗ-2112 һәм ике «ГАЗель» ҡатнашлығында үлемесле авария булған.

Полиция мәғлүмәттәре буйынса, еңел машина водителе йәрәхәттәрҙән вафат булған, уның 54 йәшлек пассажиры дауаханала ята. Шулай уҡ өс йөк машинаһынан торған колоннаның ҡаршы йүнәлештә Пермдән Ырымбурға аҙыҡ-түлек алырға китеп барыуы билдәле.

 

Фото:Владимир Севастьяновтың ТГ-каналы
Автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған...
Автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған...
Автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: