Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Сентябрь 2022, 13:42

Социаль селтәрҙәрҙә трансформатор будкаһында малайҙың үлеме тураһында ҡот осҡос видео таралғайны...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан ошо мәғлүмәткә аңлатма бирҙеләр

Социаль селтәрҙәрҙә трансформатор будкаһында малайҙың үлеме тураһында ҡот осҡос видео таралғайны...
Социаль селтәрҙәрҙә трансформатор будкаһында малайҙың үлеме тураһында ҡот осҡос видео таралғайны...

Социаль селтәрҙәрҙә билдәһеҙ әҙәмдәр Туймазы районының Әгертамаҡ ауылында бәлиғ булмаған менән ҡурҡыныс бәхетһеҙ осраҡ булған тигән видеояҙма һәм мәғлүмәтте әүҙем тарата. 

«Башинформ» агентлығына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә ошо мәғлүмәткә аңлатма бирҙеләр.

«Туймазы районының Әгертамаҡ ауылында баланың трансформаторға менеүе һәм токтан һуғылыуы, уға ярҙам талап ителеүе тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына хәбәр килмәгән. Янғын һағының күрһәтелгән осраҡҡа сығыуҙары булмаған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Бынан тыш, «Башинформ» асыҡлауынса, был хәл ысынлап та Башҡортостанда түгел, ә 2022 йылдың 18 авгусында Кемерово өлкәһе Яшкино ҡасабаһында булған. Тәфтишселәр 2013 йылғы малайҙың трансформатор будкаһына менеп, сымдарға тейеүен асыҡлаған. Республикала кемгә ошо видеоны таратырға һәм паника тыуҙырырға кәрәк булғаны билдәһеҙ.

 

фото:"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: