Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Сентябрь 2022, 14:09

Күрше районда ир тракторҙы урлап алып китеп, бағанаға төкөгән

   

Күрше районда ир тракторҙы урлап алып китеп, бағанаға төкөгән
Күрше районда ир тракторҙы урлап алып китеп, бағанаға төкөгән

Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылы кешеһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул туғанына тракторҙы ремонтларға килеүе хаҡында хәбәр итә. Уның менән бергә шулай уҡ танышы ла булған. Иҫерткес эсемлектәрҙе күмәкләп эскәндән һуң, хужа тракторын туғанының өйө янында ҡалдырған. Күпмелер ваҡыттан һуң техниканың юғалыуы асыҡланған.

«Оператив-эҙләү саралары барышында трактор табылған, урлап алып китеүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Асыҡланыуынса, 24 йәшлек егет, туғанының иптәше, спиртлы эсемлекте бергәләп эсеп ултырғандан һуң, тракторҙың асыҡ кабинаһына ингән һәм, оҙаҡ ҡына уйлап тормайынса, техниканы алып китергә теләгән. Бер аҙ ара үткәндән һуң ул бағанаға бәрелгән, һуңынан техникаһын ташлап ҡасҡан», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән өсөн ул административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Суд уны ике тәүлеккә ҡулға алыу рәүешендә хөкөм иткән. Бынан тыш, ғәйепләнеүсегә транспорт сараһын законһыҙ ҡулланған, йәғни алып ҡасҡан өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 166-сы статьяһына ярашлы 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

 
 
фото:ЮХХДИ.
 
Күрше районда ир тракторҙы урлап алып китеп, бағанаға төкөгән
Күрше районда ир тракторҙы урлап алып китеп, бағанаға төкөгән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: