Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Сентябрь 2022, 21:05

18 йәшлек ҡыҙ үле килеш табылған...

Уны 29 августан алып эҙләгәндәр...

18 йәшлек ҡыҙ үле килеш табылған...
18 йәшлек ҡыҙ үле килеш табылған...

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 18 йәшлек Мария Петрованы эҙләү фажиғә менән тамамланды. 6 сентябрҙә «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «БашРегионСпас» эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, ҡыҙ үле килеш табылған. Уның үлеменә нимә сәбәпсе булған - әлегә билдәһеҙ.

Бынан алда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Бишбүләк ауылында йәшәгән ҡыҙҙың 29 августа өйҙән билдәһеҙ йүнәлештә сығып китеүе һәм юғалыуы тураһында хәбәр иткәйне. Уны эҙләүгә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр йәлеп ителде.

 

Фото:группа «ДПСО „БаРС“ (БашРегионСпас)», Vk

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: