Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Сентябрь 2022, 13:35

Бер ҡасан да москит селтәрҙәренә иҫәп тотмағыҙ!

Өйҙөң тәҙрәһе аҫтында имгәнгән 3 йәшлек баланы тапҡандар...

Бер ҡасан да москит селтәрҙәренә иҫәп тотмағыҙ!
Бер ҡасан да москит селтәрҙәренә иҫәп тотмағыҙ!

Башҡортостанда 1 сентябрҙә кискеһен "112" системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Өфө районының Зубово ауылында 2019 йылғы баланың икенсе ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшөүе тураһында хәбәр килгән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ваҡиға һөҙөмтәһендә сабыйҙы Өфөнөң Республика балалар клиник дауаханаһына килтергәндәр. Ведомствола белдереүҙәренсә, бейеклектән йығылыу осраҡтарының күбеһе ата-әсәләр балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырған осраҡта була.

«Бәләкәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Тәҙрә төбөнә үтеп инә алмаһын өсөн, бөтә мебелдәрҙе лә тәҙрәнән ситкә ҡуйығыҙ. Бер ҡасан да москит селтәрҙәренә иҫәп тотмағыҙ! Улар йығылыуҙан һаҡланыу өсөн тәғәйенләнмәгән! Киреһенсә - москит селтәре фажиғәгә килтерә, сөнки бала үҙен хәүефһеҙ итеп тоя һәм тәҙрәгә лә, селтәргә лә таяна. Бик йыш балалар был селтәрҙәр менән бергә ҡолай. Мөмкинлеккә ҡарап, тәҙрәләрҙе аҫтан түгел, ә өҫтән генә асығыҙ», - тип тәҡдим иттеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: