Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Сентябрь 2022, 22:23

Ҡатын юлдашын ҡотҡара алмаған

“Лада Гранта” автомобиле водителе, идара итеүҙе юғалтып, машинаһы менән йылғаға төшөп китә...  

Ҡатын юлдашын ҡотҡара алмаған
Ҡатын юлдашын ҡотҡара алмаған

Эскелек арҡаһында республикала  тағы бер фажиғәле ваҡиғаға юлыҡҡан водитель тураһында ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Мәләүез районының Айтуған ауылы эргәһендә киске сәғәт туғыҙ тирәһендә “Лада Гранта” автомобиле водителе, идара итеүҙе юғалтып, машинаһы менән Ағиҙел йылғаһына төшөп китә.

Был ваҡиғаның шаһиты, автомобиль пассажиры булған ҡатын әйтеүенсә, тәүҙә улар яр буйында алкоголле эсемлек эсәләр һәм аҙаҡ машинаға ултыралар. Автомобиль йылғаға ауғас, ҡатын үҙ аллы машинанан сығып, ярға күтәрелә алған. Тик, үкенескә ҡаршы, 70 йәшлек юлдашын ҡотҡара алмаған.

Хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдарына фажиғәнең бөтә сәбәптәрен асыҡларға тура киләсәк. Күреүебеҙсә, бәләнең башы эскелек, иҫерек көйө рулгә ултырыу, юл йөрөү ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу менән бәйле.

Фото:ЮХХДИ

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: