Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Август 2022, 21:04

Айыу ауылға килеп, һыйырға ташланған

     

Айыу ауылға килеп, һыйырға ташланған
Айыу ауылға килеп, һыйырға ташланған

Белорет районының Хөсәйен ауылы урамында һыйыр үлеп ятҡан. Урындағы халыҡ белдереүенсә, уға айыу һөжүм иткән. Һыйыр үләкһәһенең фотоһы барлыҡ социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа таралды.

Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Башҡортостанда айыуҙарҙың кеше араһына сығыуы йышайҙы. Үткән аҙнала, 27 августа, Яҡтыкүл күле эргәһендә айыу күргәндәр. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре айыуҙы аулауға сығыуы тураһында белдергәйне.

Беҙ ҙә, Белорет районындағы хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында, Шығай ауылы хакимиәте башлығы Исмәғил Әбүталиповҡа мөрәжәғәт иттек.

– Ваҡиға бөгөн төндә булды. Хужабикә һыйырҙарҙы һауғас, төнгөлөккә тағы ла тышҡа сығарып ебәргән. Айыу малдың береһен ситтәрәк, ә икенсеһен баҫтырып килеп, ауылдың эсендә йыҡҡан. Һыйырҙар үлгән. Әлбиттә, ҡыҙғаныс күренеш, ҡаза күргән хужалар өсөн ҙур юғалтыу. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына сара күреүҙәрен һорап хат яҙасаҡбыҙ, – тине Исмәғил Хәлфә улы.

Әлбиттә, көҙ айыуҙар ҡышҡылыҡҡа май йыйыу өсөн малдарға йыш һөжүм итә башлай. Был тәбиғи күренеш. Иҫләйем, беҙ бала саҡта йәйләүҙәге колхоз малына төндә килеп ташлана ине. Көтөүселәр сығып, мылтыҡтан атып, тайыштабанды өркөтә торғайны. Ә ауыл малы көтөүгә йөрөгәс, уларға тейә һалып барманы. Шулай ҙа уларҙы ла һуға ине. 

Айыуҙар әүҙемләшкән мәлдә кешеләргә урманға сығыу хәүефле, шуға ла ҡырға яңғыҙ йөрөргә кәңәш ителмәй.

Фото: https://vk.com/wall-180700711_139690

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: