Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Август 2022, 21:12

Ҡатын машинаһынан сыға алмаған...

    

Ҡатын машинаһынан сыға алмаған...
Ҡатын машинаһынан сыға алмаған...

Йәкшәмбегә ҡарай төндө Күгәрсен районында фажиғәле хәл теркәлә. Ашығыс хеҙмәттәргә автомобилдең күлгә төшөп китеүе тураһында хәбәр килә. Уның эсендә водитель ҡатындың ултырғаны билдәле. Ваҡиға райондың Аҙнағол ауылы янында була.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, водитель ҡатын машинаға идараны юғалта һәм күлгә төшөп китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул машинаһы эсенән сыға алмай. Уның кәүҙәһен ведомствоның водолаз-ҡотҡарыусылары һөйрәп сығара. Ә юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре аварияның сәбәптәрен асыҡлаясаҡ.

 

Фото: Уфа1.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: