Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Август 2022, 07:58

Ҡатынының әхирәтен бәрҙергән...

Сибайҙағы юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү бара

Ҡатынының әхирәтен бәрҙергән...
Ҡатынының әхирәтен бәрҙергән...

Йома көнө Сибайҙа Кинйә Арыҫланов урамында 47 йәшлек ир «Рено Логан» менән идара иткәндә, 43 йәшлек ханымды бәрҙергән.

Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының дәүләт автоинспекцияһы башлығы Владимир Севастьянов.

Водитель иҫерек булғанлығы асыҡланған. Тикшереү һөҙөмтәһе тын алған һауала 0,544 мг/литр тәшкил итте.

Водитель һүҙҙәренсә, зыян күргән кеше ҡатынының әхирәте булып тора, улар быға тиклем бергә спиртлы эсемлектәр эскәндәр. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү бара.

 

фото:ЮХХДИ.

Ҡатынының әхирәтен бәрҙергән...
Ҡатынының әхирәтен бәрҙергән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: