ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Август 2022, 03:28

Яҡташтарыбыҙҙы тапҡандар ҙа бит...

Әсә менән ҡыҙҙы ни өсөн үлтергәндәр? 

Яҡташтарыбыҙҙы тапҡандар ҙа бит...Яҡташтарыбыҙҙы тапҡандар ҙа бит...
Яҡташтарыбыҙҙы тапҡандар ҙа бит...

17 августа Пермь ҡалаһында юғалған яҡташтарыбыҙҙы үле килеш тапҡандар. Һүҙ Ишембай ҡалаһынан 45 йәшлек Таисия Носова менән уның биш йәшлек ҡыҙы Настя тураһында бара.

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, ҡатын ҡыҙы менән Пермь ҡалаһында йәшәгән әхирәтенә ҡунаҡҡа килә. 17 августа улар бер аҙ һүҙгә килешә һәм талашҡандан һуң яҡташыбыҙ әйберҙәрен йыя ла, төнө менән ҡыҙын алып сығып китә. Шунан бирле уларҙы күреүсе булмай. Борсолған әхирәте һәм Башҡортостандағы туғандары уларҙы эҙләүгә бирә. Бала менән әсәне ирекмәндәр һәм полиция эҙләй башлай.

Һәм бына бөгөн бик насар яңылыҡ. Кисә уларҙың икеһе лә үле килеш табылған. Әлегә аныҡлыҡтар юҡ, шулай ҙа Таисияның туғандары әйтеүенсә, уларҙы үлтергәндәр, кәүҙәләрен ҡаланан йыраҡ түгел ҡасабала тапҡандар.

“Миңә тәфтишселәр шылтыратты, уларҙы үлтергәндәр тине. Енәйәт бик ауыр тинеләр һәм үлтереүсенең кемлеген асыҡлап, ҡулға алғандар тинеләр. Башҡа бер нимә лә белмәйем”, – тигән ҡатындың туған кешеһе “КП-Пермь” баҫмаһына.

Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: ufa-town.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас