Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Август 2022, 08:58

Ҡаҙ өтәм, мунса тоҡандырам тигәнсе...

               

Ҡаҙ өтәм, мунса тоҡандырам тигәнсе...
Ҡаҙ өтәм, мунса тоҡандырам тигәнсе...

Утһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп тә булмай, тик уның менән эш иткәндә, һаҡсыллыҡты юғалтып, төрлө бәлә-ҡазаларға, оло фажиғәгә юл ҡуйыла. Түбәндә уттан зыян күреп, ауыр хәлгә тарыған ике кешенең миҫалы ҡалғандарға һабаҡ булһын ине.

Стәрлетамаҡ районында дауаханаға бите-башы янған 55 йәшлек ирҙе килтергәндәр. Уның башының 40 проценты, ҡулдары, кәүҙәһенең бер өлөшө ялҡындан зыян күргән. Бешеү икенсе дәрәжәләге, хәле ауыр, тип баһалаған табиптар. Ир үҙе әйтеүенсә, газ горелкаһы менән ҡаҙ түшкәләрен өтөргә йыйынғанда ут менән һаҡ эш итмәү арҡаһында ошондай хәлгә тарыған.

Йәнә бер бәхетһеҙлек Күгәрсен районында булған. 16 йәшлек ҡыҙ мунса тоҡандырғанда бәләкәй газ баллонын файҙаланған. Әммә уны дөрөҫ ҡулланмауҙан, мейес эсендә газ йыйылып, ҡапыл ялҡын булып ҡыҙға бөркөлгән. Беренсе һәм икенсе дәрәжәләге тән бешеүе алған зыян күреүсене Күмертауға дауаханаға килтергәндәр. Ҡыҙҙың тәненең 60 проценты янған, ауыр хәлдә.

Янғын һүндереүселәр һәр кемде ут менән ҡулланғанда бик һаҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, ут сығанағына балаларҙы яҡын ебәрмәҫкә саҡыра.

Фото: bashinform.ru

Автор:Аклима Гизатуллина

Ҡаҙ өтәм, мунса тоҡандырам тигәнсе...
Ҡаҙ өтәм, мунса тоҡандырам тигәнсе...
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: