ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Август 2022, 14:48

Сибайҙағы юл фажиғәһе буйынса яңы мәғлүмәттәр билдәле булды

  

ЮХХДИ Сибайҙағы юл фажиғәһе буйынса яңы мәғлүмәттәр билдәле булдыЮХХДИ Сибайҙағы юл фажиғәһе буйынса яңы мәғлүмәттәр билдәле булды
Сибайҙағы юл фажиғәһе буйынса яңы мәғлүмәттәр билдәле булдыФото:ЮХХДИ

Уҙған тәүлектә, 21 августа, республика юлдарында 19 автоавария теркәлгән, уларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 17-һе йәрәхәтләнгән.

Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 104-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Фараздарҙың береһе буйынса, «Шевроле Кобальт» автомобиленең руле артындағы 36 йәшлек ир, Хәсән ауылы яғынан Сибай яғына китеп барғанда, идара итеү һәләтен юғалтҡан. Һөҙөмтәлә машина юл ситенә түңкәрелгән. Аварияла водитель һәм уның пассажиры, 28 йәшлек ҡыҙ алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам килгәнсе йән биргән.

«Юл-транспорт ваҡиғаһында уларҙың хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәүе асыҡланған. Йыл башынан алып ир тиҙлекте арттырғаны өсөн 11 тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған. Бер нисә экспертиза, шул иҫәптән водитель ҡанында алкоголь һәм башҡа матдәләр булыуына экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-да.

Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас